5 декабрь, Дүшәмбе

23 ноябрь 2010 йыл, 11:50

Башҡортостандың бар халҡы ла ер пайҙары өсөн яуаплылыҡ алырға әҙер түгел

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан халҡының күпселеге ер пайҙарын алырға әҙер түгел. Был турала Өфөлә ер мәсьәләһенә арналған түңәрәк өҫтәлдә БР Ер һәм мөлкәт министрлығы вәкиле Алексей Гнездин хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, пай алырға теләп тә, быны эшләй алмағандар бар, ә кем алған – унан баш тарта.

— Эш шунда, улар үҙ милке өсөн яуаплылыҡ алырға әҙер түгел, — тип аңлата Алексей Гнездин. – Ер пайҙарын теркәү бушлай булғас, улар быны эшләүе лә еңел, тип уйланы. Әммә документтар әҙерләү өсөн барыбер түләргә тура килде. Йәнә ергә һалымды түләп барырға кәрәк. Ә уның суммаһы йылына бер гектарға 600 һум тәшкил итеүе ихтимал. Ауыл халҡы өсөн был ярайһы ҙур аҡса. Шуға күрә күптәр, бындай проблемалар менән осрашҡас, пайҙарын алғандан һуң уларҙан баш тарта.  

Фермер Хәсән Иҙиәтуллин:

— Бер нисә йыл элек ауыл хужалығы продукцияһының үҙҡиммәтендә яғыулыҡ-майлау материалдарына сығымдар ни бары өс процент тәшкил итә ине. Хәҙер улар 70 процентҡа етә. Кешеләрҙең пайҙарынан баш тартыуына аптырарға түгел. Илебеҙҙең 20 йыл эсендә профессиональ аграрийҙарының 80 проценты самаһын юғалтыуын да иҫәпкә алырға кәрәк. Шуға күрә ер мәсьәләһенә бик етди ҡараш талап ителә. Илде аҙыҡ-түлек менән тотороҡло тәьмин итеүгә йүнәлтелгән дәүләт кимәлендәге стратегия кәрәк.