Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Федераль власть органдары коллегияһын етәкләйәсәк

Сәйәсәт

Башҡортостанда Федераль власть органдары коллегияһы ойошторола. Уға республика территорияһында эшләүсе хоҡуҡ һаҡлау, күҙәтеү, контроллек итеүсе һәм башҡа федераль власть органдарының территориаль подразделениелары етәкселәре инә. Яңы кәңәшмә органын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкләйәсәк, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

Республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, Башҡортостанда федераль һәм республика власть органдары, асылда, дөйөм бурыстарҙы хәл итеп, тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш. Коллегия ултырыштары барышында федераль ведомстволар компетенцияһындағы киҫкен мәсьәләләр ҡараласаҡ, Башҡортостандың социаль-иҡтисади һәм стратегик үҫеше туранан-тура уларҙы хәл итеүгә бәйләнгән.

Коллегия республикала дәүләт бурыстарын федераль һәм төбәк мәсьәләләренә айырып ҡарау практикаһын тамырынан бөтөрөү маҡсаты менән төҙөлдө. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, уларҙың иң мөһимдәрен бергәләп хәл итергә кәрәк.

«Башҡортостанда эшләүсе федераль ведомстволар һәм республика власть органдары төбәгебеҙҙең инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген күтәреү өсөн барыһын да эшләргә тейеш. Бының өсөн беҙгә һәр органдың айырым аҙымдары дөйөм эшкә ҡамасауламаһын өсөн үҙ-ара килешеп эш итергә кәрәк», — тине Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть