10 декабрь, Шәмбе

23 ноябрь 2010 йыл, 10:00

Рәсәй-Швейцария протоколына РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиллегендә ҡул ҡуйылды

автор: Павел Щербаков | фото: Азат Ғәфүров

Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Рәсәй Федерацияһы менән Швейцария Конфедерацияһы араһында Сауҙа һәм иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса аралаш Хөкүмәт-ара комиссияның XII сессияһы үткәрелде. Был халыҡ-ара осрашыу Рәсәй яғынан РФ спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко һәм Швейцария яғынан Швейцария Федераль иҡтисад департаментының Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек департаменты етәксеһе Рюль Бурци ханым рәйеслегендә үтте. Сессияла РФ Хөкүмәте, федераль министрлыҡтар, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы, “Рәсәй терәге” йәмәғәт ойошмаһы, Рәсәй Банкы, “Внешэкономбанк”, Башҡортостан Республикаһы һәм Калуга өлкәһе вәкилдәре, Швейцария Федераль иҡтисад департаменты, «ЭкономиСуисс» Швейцария эшлекле союзы, Швейцария Бәләкәй һәм урта бизнес тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү ойошмаһы һәм Швейцарияның Рәсәйҙәге илселеге вәкилдәре ҡатнашты.  

Яҡтар 2010 йылдың 26 авгусында Сочиҙа юғары кимәлдә — Рәсәй һәм Швейцария Президенттарының һуңғы осрашыуы ваҡытында билдәләнгән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе. Ул саҡта яҡтарҙың 2011-2013 йылдарға эш планына ҡул ҡуйылғайны. Сессияның йомғаҡлау протоколында яҡтар Рәсәй менән Швейцария араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса үҙ фекерҙәрен белдерҙе, машиналар эшләү, химия һәм фармацевтика сәнәғәте, транспорт, туризм, нанотехнологиялар, бизнес-инкубаторҙар һәм технопарктар селтәрен үҫтереү өлкәһендә, финанс секторында хеҙмәттәшлек перспективаларын билдәләне, яҡын араларҙа  Фәнни-техник хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә, иҡтисадты модернизациялау, Дәртләндереү һәм капитал һалыуҙарҙы яҡлау тураһында ике яҡлы килешеүҙе яңыртыу маҡсатында Рәсәй-Швейцария хеҙмәттәшлеге тураһында декларацияға, Икеләтә һалым һалыуға юл ҡуймау тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға теләк белдерҙе, Рәсәйҙең Бөтә донъя Сауҙа ойошмаһы һәм Европа ирекле сауҙа ассоциацияһы ағзаһы булып торған илдәр менән мөнәсәбәттәренә бәйле мәсьәләләрҙе ҡараны.  

Башҡортостан бында ике ил хеҙмәттәшлеген ойоштороуҙа иң әүҙем ҡатнашыусы төбәктәрҙең береһе тип аталды. Ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе ойоштороуҙа беҙҙең төбәккә айырым роль бирелде, шуға бәйле сессия Мәскәүҙә республиканың РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үткәрелде лә. Башҡортостан вәкиле — вице-премьер, Башҡортостан Республикаһының финанс министры Айрат Ғәскәров — Рәсәй төбәктәре вәкилдәренән ул бер үҙе бына бер нисә йыл инде ике илдең төбәк-ара хеҙмәттәшлеге буйынса Эшсе төркөмдөң Рәсәй яғы Рәйесе булып тора. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан Республикаһын һәм Швейцария Конфедерацияһын күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек, унан да бигерәк күп нәмәләр вәғәҙә итеүсе перспективалар бәйләй. Республика менән Швейцарияның тышҡы сауҙа әйләнеше әлегә ҙур түгел (иң юғары һөҙөмтәгә 2006 йылда өлгәшелгәйне — 368,7 миллион АҠШ доллары), әммә бөгөн республикаға Швейцариянан машиналар эшләү продукцияһы, металдан изделиелар, медтехника ярайһы уҡ әүҙем индерелә, Швейцарияға республиканан химия продукттары сығарыла. Белгестәр республикала Швейцариянан юғары технологияларҙың уңышлы индерелеүен билдәләй – мәҫәлән, Өфө трансформатор заводында Швейцария ҡорамалдары ҡуйылған. Үҙ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлектең тағы бер нисә яңы линияһы эшкәртелә.