11 декабрь, Йәкшәмбе

23 ноябрь 2010 йыл, 9:32

Благовещен районы хакимиәт башлығы Анфас Нуретдинов вазифаһынан бушатылды

автор: Сергей Захаров

22 ноябрҙә Благовещен район Советы ултырышында хакимиәт башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Әнфәс Нуретдинов икенсе эшкә күсеү сәбәпле вазифаһынан бушатылды.

Хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы депутаттар Николай Ивановҡа йөкмәтте.

Николай Иванов хакимиәт башлығы бурыстарын муниципаль район Советы тарафынан конкурс һөҙөмтәләре буйынса ошо вазифаға тәғәйенләнгән кеше вазифаны ҡабул итеп алғанға тиклем башҡарасаҡ.

Совет ултырышында Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов ҡатнашты.