6 декабрь, Шишәмбе

22 ноябрь 2010 йыл, 17:48

Милиция автопаркы ун ете автомобилгә тулыланды

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Бөгөн БР буйынса Эске эштәр министрлығында яңы автомобилдәрҙән асҡыстар тапшырыу тантанаһы үткәрелде. Федераль бюджет средстволарына — 11,5 миллион һумға 13 «ГАЗель», өс «Форд», бер «Фиат» һатып алынды. Республиканың эске эштәр министры Игорь Алешин хәбәр итеүенсә, 2010 йылда Башҡортостан милицияһы 117 берәмек автотехника алырға тейеш, шуның 109-ы алынды ла инде.

Ун «ГАЗель» Өфө буйынса Эске эштәр идаралығының Сипайлово бүлеге, Салауат, Ишембай, Ағиҙел, Дәүләкән, Баймаҡ ҡалалары, Әлшәй, Ҡыйғы һәм Көйөргәҙе райондары дежур частарына оҙатылды.

«Форд Фокус» машиналарын БР буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәт эҙләү идаралығы, финанс-иҡтисад идаралығы һәм медик-санитария часы алды. «Фиат-Дукато» йөк машинаһы Башҡортостан Эске эштәр министрлығының автотехника хужалығына бирелде, һәм өс «ГАЗель» кинология хеҙмәтенә (Өфөләге һәм Стәрлетамаҡтағы  подразделениеларға) тапшырылды — улар эттәрҙе йөрөтөү өсөн махсус йыһазландырылған.

— Милиционерҙарға йыш ҡына ҡатмарлы заданиеларға эттәр менән сығырға тура килә, ә улар өсөн шарттар булдырырға кәрәк, — тип аңлатты Игорь Алешин. — Махсус техниканы беҙ заявкалар буйынса алабыҙ, кинологтар өсөн машиналарға ла заказ биргәйнек. Хәҙер уларға республиканың алыҫ мөйөштәренә барыу еңелерәк буласаҡ.