Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Башҡортостанда скайп-ҡабул итеү аса

Иҡтисад

"Электрон Рәсәй" Федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә власть органдары менән граждандарҙың үҙ-ара аралашыуында яңы мәғлүмәт технологиялары әүҙем ҡулланыла. Улар Башҡортостан Республикаһында Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында ла индерелә. Хәҙер хеҙмәт тураһында закондар мәсьәләләре буйынса консультация алыу өсөн эш биреүселәргә һәм хеҙмәткәрҙәргә инспекцияға килеп тормаҫҡа ла ярай. Рәсми сайтта (http://git03.rostrud.ru/) һорау бирергә һәм яуап алырға мөмкин.

Хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу тураһында яҙма ғаризаны республика халҡы почта аша ғына түгел, шулай уҡ сайтта "Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына хат" һылтанмаһы буйынса инеп, электрон формала ла ебәрә ала. Ә быйыл декабрҙән "он-лайн" режимында ла консультация алырға мөмкин.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, 8 декабрҙә БР-ҙа Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Андрей Цибизов хеҙмәт закондарын күҙәтеү мәсьәләләре буйынса хеҙмәткәрҙәрҙе һәм эш биреүселәрҙе скайп-ҡабул итеү үткәрә. skype:git-003 адресы буйынса 18 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть