Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Ноябрь аҙағына тиклем артыҡ һыуыҡтар көтөлмәй

Йәмғиәт

Шишәмбенән, 23 ноябрҙән, Башҡортостанда көндәр ҡабаттан йылынасаҡ. Был турала “Башгидромет” үҙәгенең баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, һауа температураһы нулдән түбән өс-һигеҙ градус тәшкил итәсәк. Аҙнаның икенсе яртыһынан көндөҙ ике градус йылынан өс градусҡа тиклем һыуыҡ буласаҡ. Төнөн – нулдән минус бишкә тиклем.

— Ваҡыты менән епшек ҡар яуыуы ихтимал. Республиканың көньяҡ-көнсығышында яуым-төшөмһөҙ буласаҡ, — тине Анна Козаева. – Кесе йома, 25 ноябрҙә, ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

Шулай уҡ ул, ай аҙағына тиклем республикала көслө һыуыҡтар көтөлмәй, тип хәбәр итте. Ноябрҙә һауа температураһы климат нормаһынан юғары булмаясаҡ.          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть