7 декабрь, Шаршамбы

22 ноябрь 2010 йыл, 14:05

Италия сәнәғәтселәре Башҡортостан өсөн ҡайһы бер проекттар әҙерләй

автор: "Башинформ"

Башҡортостандың эшлекле даирәләре делегацияһы сәнәғәт округтары, бәләкәй һәм урта бизнес буйынса Рәсәй-Италия эшсе төркөмөнөң XVII ултырышында ҡатнашты. Был эшсе төркөм иҡтисади, сәнәғәт һәм валюта-финанс хеҙмәттәшлеге буйынса Рәсәй-Италия  советы сиктәрендә эшләй.  

Италияның Бари ҡалаһына (Апулия төбәге) сәфәрҙе йомғаҡлап, БР Хөкүмәте менән Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы араһында хеҙмәттәшлек буйынса ниәттәр тураһында протоколға ҡул ҡуйылды. Документҡа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров менән Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы президенты Розарио Алессандрелло ҡул ҡуйҙы.

Протоколда, атап әйткәндә, Башҡортостанда берлектәге күн производстваһы төҙөү буйынса перспективалы проектты тормошҡа ашырыу буйынса эш күҙ уңында тотола. Декабрҙә республикаға сеймал базаһына мониторинг яһау һәм тармаҡ инжинирингы өсөн бер төркөм итальян белгестәре киләсәк. Өфө трикотаж фабрикаһы үҙ итальян партнерҙары менән Өфөлә халыҡ ҡулланыуы тауарҙары сығарыу буйынса хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште.

Итальяндар яғы нанотехнологиялар өлкәһендә ӨДАТУ-нан ғалимдарҙың эшкәртмәләре менән ҡыҙыҡһынды. 15 потенциаль ҡулланыусы электрохимия индустрияһы өсөн бик нескә мембраналар сығарыу буйынса станоктар һатып алыу тураһында уйланды. Бөгөн Өфө белгестәренең тәжрибәһе Великобритания һәм Германияла ла талап ителә.

Үҙ сиратында итальяндар Башҡортостандан коллегалары менән бәләкәй һәм урта бизнес ҡатнашлығында сәнәғәт округтары төҙөү буйынса үҙ эшкәртмәләрен уртаҡлашырға әҙер, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.