8 декабрь, Кесе йома

22 ноябрь 2010 йыл, 13:15

Чудов менән Вилухина декабрҙә Рәсәй йыйылма командаһы өсөн йүгерәсәк

автор: Дмитрий Слезин

Рәсәйҙең биатлон буйынса йыйылма командаһы тренерҙар штабы донъя Кубогының декабрҙәге этаптарында сығыш яһаясаҡ команда составын иғлан итте.

Был турала Рәсәй Биатлонсылар союзының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.  

Ир-егеттәрҙең йыйылма командаһына өфөлө Максим Чудов эләкте.

Унан тыш, Алексей Волков, Максим Максимов, Владимир Семаков, Евгений Устюгов, Иван Черезов һәм Антон Шипулин командала.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында бындай бәхет Башҡортостан тәрбиәләнеүсеһе Ольга Вилухинаға, шулай уҡ Анна Богалий-Титовец, Анна Булыгина, Ольга Зайцева, Яна Романова, Светлана Слепцова һәм Екатерина Юрловаға тәтене.