3 декабрь, Шәмбе

22 ноябрь 2010 йыл, 12:57

Республика эшҡыуарҙары Яңы йылды бергәләп билдәләйәсәк

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан эшҡыуарҙары Яңы йылды бергәләп билдәләргә йыйына. Байрам кисәһен улар күпкә алдан, 10 декабрҙә, Конгресс-холда үткәрәсәктәр. Конкурстар һәм отош уйындары менән күңел асыу программаһы ҡаралған.

Яңы йыл байрамын ойоштороусылар араһында — Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, «Рәсәй терәге» һәм «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаларының Башҡортостан түбәк бүлексәләре.