4 декабрь, Йәкшәмбе

22 ноябрь 2010 йыл, 12:19

Дмитрий Медведев бөгөн граждандарҙы интернет-ҡабул итеү үткәрә

автор: Марина Шумилова

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев 22 ноябрҙә граждандарҙы ҡабул итеү үткәрә. Ул интернет ярҙамында, Башҡортостанды ла индереп, Рәсәй Федерацияһының 83 субъектындағы үҙенең бөтә яңы ҡабул итеү бүлмәләре менән бәйләнешкә инәсәк.

ИТАР-ТАСС хәбәр итеүенсә, был көндө Дмитрий Медведев ҡушыуы буйынса бер үк ваҡытта дәүләт башлығының Рәсәй төбәктәрендәге 83 ҡабул итеү бүлмәһен асыу үткәрелә. Шулай итеп, 22 ноябрҙе бөтә төбәк ҡабул итеү бүлмәләрендә берҙәм ҡабул итеү көнө тип иҫәпләргә мөмкин.

Медведев менән бәйләнешкә бөтә төбәк ҡабул итеү пункттары ла сығасаҡ, унда инеүселәр Президентҡа үҙ һорауҙарын бирә аласаҡ, тип көтөлә. Дәүләт башлығының бындай форматта халыҡ менән аралашыуы тәүге тапҡыр үткәрелә.  

Президент үҙе Мәскәүҙә, Ильинкала, үҙ ҡабул итеү бүлмәһендә буласаҡ. Бында уға эшләү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған — икенсе ҡатта дәүләт башлығы өсөн махсус йыһазландырылған кабинетта төбәк бүлексәләре менән спутник бәйләнеше бар. Видеоконференция форматы Медведев өсөн яҡын һәм уңайлы: ул күп тапҡырҙар төбәк етәкселәре менән конференц-бәйләнеш аша кәңәшмә үткәрҙе һәм, аралашыуҙың бындай форматы күп мәсьәләләрҙе кисекмәҫтән хәл итергә ярҙам итә, тип иҫәпләй.

темалар: РФ Президенты