3 декабрь, Шәмбе

22 ноябрь 2010 йыл, 12:05

Куйбышев тимер юлына яңы вагондар ҡайтарыла

автор: Любовь Колоколова

Ағымдағы йылдың 10 айында Куйбышев тимер юлына яңы 56 пассажирҙар вагоны ҡайтарылған.

Куйбышев магистрале пассажирҙары бөгөн үк заманса яңы вагондарҙа сәфәргә сыға ала. Файҙаланыуға тапшырылған 56 вагондың даими ҡулланылыуҙағы 34 вагоны "Жигули" фирма поезының ике составына ҡушылған, 22 вагон "Башҡортостан", "Мордовия", "Сура" һәм "Ульяновск" фирма поездарына таратып бирелгән.

Пассажирҙар вагондары "Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең яңы корпоратив стилендә биҙәлгән.

Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Куйбышев магистраленә бирелгән бар вагондар ҙа хәҙерге санитар-техник нормаларға һәм хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ буйынса донъя талаптарына яуап бирә. Күп пассажирҙар һауа алмаштырыу системаһы, мәғлүмәт таблоһы, эсәр һыуҙы һыуытыусы көнкүреш кулерҙары ҡуйылған, өҫкө урынды сикләүсе махсус ҡулайламаһы булған, йоҡлау урындары уңайлашҡан яңы пассажирҙар вагондарының йыһазланышын баһалап та өлгөргән. Бынан тыш, вагондар биотуалеттар менән йыһазландырылған, улар менән поезд туҡтап торған ваҡытта ла ҡулланырға ярай.

Бөгөнгө көндә Куйбышев магистраленең фирма поездары тулыһынса тиерлек яңыртылған. Составтарҙы яңыртыу программаһы артабан бөтә пассажирҙар поездарына яңы вагондар һатып алыуҙы күҙаллай. Быйылғы йыл аҙағына тиклем "ФПК" асыҡ акционерҙар йәмиғиәтенең Куйбышев филиалына йәнә дүрт яңы плацкарт вагон ҡайтарылыуы көтөлә, улар пассажирҙар күп йөрөгән поездар составына индереләсәк.