Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Бюджетҡа һалым керемдәре 135 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте

Иҡтисад

Башҡортостанда быйыл ун айҙа бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарға берҙәм социаль һалымды иҫәпкә алмайынса 135,7 миллиард һум аҡса инде. 2009 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда керемдәр 17,3 процентҡа артты.

Керемдәрҙең төп күләме акциздар, ҡаҙылма байлыҡтар табыуға, ойошмаларҙың килеменә, физик шәхестәрҙең табыштарына, өҫтәмә ҡиммәткә һалымдар һәм милек һалымдары иҫәбенә тәьмин ителгән. Республика территорияһындағы һалым органдары тарафынан тупланған һалымдар һәм түләүҙәрҙең дөйөм суммаһынан Федераль казначействоның БР буйынса идаралығы 52,2 миллиард һумын федераль бюджетҡа күсерҙе. Шулай уҡ 60,7 миллиард һум БР тупланма бюджетына күсерелде, 22,8 миллиард һум Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында ҡайтанан бүлеү өсөн тапшырылды. Урындағы бюджеттарға 13,1 миллиард һумдан ашыу инде.

Ҡануниәттәге үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә һалым органдарының вәкәләттәре ярайһы уҡ сикләнде. Шул уҡ ваҡытта уларға юғары талаптар ҡуйыла. Әммә ошондай ҡатмарлы шарттарҙа ла һалым тикшереүҙәре һөҙөмтәләре буйынса өҫтәп аҡса күсереүҙәрҙең йылдан-йыл артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, быйыл туғыҙ айҙа өҫтәп күсереүҙәр 7,3 миллиард һум тәшкил итте, был былтырғы ошо уҡ күрһәткестән 17 процентҡа юғары.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть