7 декабрь, Шаршамбы

22 ноябрь 2010 йыл, 11:20

22 - 27 ноябрҙә Өфөлә остеопорозды профилактикалау аҙналығы үтәсәк

автор: Ольга Мортазина

22 — 27 ноябрҙә Өфөлә остеопорозды профилактикалау аҙнаһы үтәсәк. Уны «Новартис» фармацевтик компанияһы грантына Рәсәйҙең остеопороз буйынса ассоциацияһы үткәрә. Консультация алырға теләге булғандар 8-800-200-02-04 номерына бушлай шылтырата ала, шунда уҡ уны үткәреү урыны (ҡала поликлиникаларының береһе) тураһында хәбәр ителәсәк. Диагноз «денситометр» аппаратында беләк һөйәгенә ҡарап ҡуйыласаҡ.

Диагностиканан тыш, теләге булғандарҙың барыһының да мәғлүмәти материалдар табырға, белгестәрҙең хәүеф факторҙары тураһында  лекцияларын тыңларға, профилактика һәм дауалау алымдары менән махсус дауалау учреждениелары тураһында мәғлүмәт алырға мөмкинлеге буласаҡ.

темалар: анонс