10 декабрь, Шәмбе

22 ноябрь 2010 йыл, 10:42

Октябрҙә Башҡортостанда аҙыҡ-түлек кәрзине арзанайған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Иң кәрәкле продукттың 33 төрө ингән аҙыҡ-түлек продукттарының минималь тупланмаһы хаҡы октябрҙә Башҡортостанда 2181,43 һум тәшкил итте. Статистиктар аҙыҡ-түлек кәрзине хаҡының бер айҙа 2,36 һумға кәмеүен билдәләй. Сентябрҙә тупланма хаҡы 2183,79 һум ине. Аҙыҡ-түлектең минималь тупланмаһы Рәсәй Федерацияһы буйынса уртаса 2464,96 һум тәшкил итә.

Башҡортостанстат мәғлүмәте буйынса, беҙҙең күршеләребеҙ араһында аҙыҡ-түлек кәрзине Татарстанда — 2078,61 һәм Ырымбур өлкәһендә арзан – 2128,21. Силәбелә ул 2300,38 һум тәшкил итә, ә Сыуашстанда — 2232,58 һум.

Иң ҡиммәт аҙыҡ-түлек тупланмаһы — Чукотка автономиялы округында: 6281,26 һум.