Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Диниә назараты делегацияһы Иранға барасаҡ

Сәйәсәт

23 ноябрҙән 7 декабргә тиклем Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты делегацияһы Иран Ислам Республикаһына мәҙәни-танышыу сәфәре менән барасаҡ. Делегация составына республика ҡала һәм райондарының имам-мөхтәсибтары, шулай уҡ билдәле фоторәссамдар Рәмил Килмәмәтов һәм Ринат Әминев инә. Делегацияны БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан хәҙрәт Саяхов етәкләй.

26 ноябрҙә Тегеранда Рәмил Килмәмәтовтың «Башҡортостан» исемле фотокүргәҙмәһе асыласаҡ, тип планлаштырыла. Иранға сәфәре барышында Рәмил Килмәмәтов менән Ринат Әминев ил тураһында фоторепортаж яһарға һәм уның нигеҙендә Башҡортостан халҡы өсөн фотокүргәҙмә әҙерләргә ниәтләй.

Делегация етәксеһе Руслан хәҙрәт әйтеүенсә, был Башҡортостан мосолман руханиҙары делегацияһының Иранға тәүге сәфәре генә түгел. Бында улар Кум ҡалаһына барасаҡ, Рәсәй Илселеге вәкилдәре менән осрашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть