8 декабрь, Кесе йома

22 ноябрь 2010 йыл, 10:20

Бер аҙнала Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар 0,4 процентҡа артты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә икенсел торлаҡ буйынса тәҡдим ителгән хаҡ квадрат метрына 43,36 мең һум тәшкил итә.  

Фатирҙарҙың бар сегменты ла ҡыйбатланды: бер һәм ике бүлмәлеләр — 0,3 процентҡа, өс бүлмәлеләр — 0,5 процентҡа, күп бүлмәле фатирҙарға уртаса хаҡ 0,4 процентҡа күтәрелде.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәте буйынса, иң арзан өс бүлмәле фатир бөгөн 800 мең һумға тәҡдим ителә. Был К.Маркс урамындағы фатирҙың майҙаны — 45 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 16 миллион һум тора. Ул биш бүлмәле, дөйөм майҙаны — 220 квадрат метр, Октябрь проспектында урынлашҡан.

Бүлмәләр сегментында минималь хаҡ – 500 мең һум: Интернациональ урамы, 12 квадрат метр. Иң ҡыйбатлыһы – 1250 мең һум: Йәштәр бульвары, 17,2 квадрат метр.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 25 миллион һумға тәҡдим ителә. Был Суровкалағы йорттоң майҙаны 430 квадрат метр.