10 декабрь, Шәмбе

22 ноябрь 2010 йыл, 10:14

Йыл аҙағына тиклем бюджет хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә эш хаҡы аласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Беҙ 2014 йылға бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын 1,5 тапҡырға арттырыу бурысын ҡуйҙыҡ, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов блогерҙар менән осрашыуҙа. – Һәм беҙ был вәғәҙәбеҙҙе үтәйәсәкбеҙ.

Төбәк башлығы, йыл аҙағына тиклем бюджет хеҙмәткәрҙәре тағы бер аҡсалата түләү аласаҡ, тип билдәләне. Был бурысты бойомға ашырыу өсөн 1 миллиард 400 миллион һум аҡса кәрәк.

— Был аҡсаға Өфөлә яңы стадион төҙөргә мөмкин, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Ләкин средстволар тап эш хаҡына йүнәлтеләсәк, сөнки республика халҡының эш хаҡы бик бәләкәй.

Тағы 600 миллион һум мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренә түләүгә бүленәсәк. Уны уҡытыусылар сифатлы уҡытҡан өсөн дәртләндереү формаһында аласаҡ.  

Республикала халыҡты лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итеү буйынса реаль аҙымдар яһала. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә минималь эш хаҡы күләме 4300 һумдан 5500 һумға тиклем күтәрелде.

— 2011 йыл аҙағына бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 15 процентҡа арттырылырға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов. – Был өҫтәмә рәүештә 3,5 миллиард һум аҡса талап итәсәк.  

Әгәр өс йыл буйына йыл һайын эш хаҡын 15 процентҡа арттырһаҡ, 2014 йылға ул 1,5 тапҡырға артасаҡ.