8 декабрь, Кесе йома

22 ноябрь 2010 йыл, 10:00

Өфөлә халыҡ-ара химия форумы үтәсәк

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Газпром менән хеҙмәттәшлеге перспективаларын юғары баһаланы. Блогерҙар менән осрашыу барышында ул Өфөгә килгәнендә Газпром башлығы Алексей Миллер менән һөйләшеп килешелгәндәр тураһында һөйләне.

Берлектәге перспективалы проекттар иҫәбендә — Өфөлә Башҡортостан биләмәһендә, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә урынлашҡан күп төрлө сәнәғәт производстволарын үҙ эсенә аласаҡ халыҡ-ара химия форумы үткәреү. Был идеяны РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры Виктор Христенко ла хуплап өлгөрҙө.

темалар: бр президенты