6 декабрь, Шишәмбе

22 ноябрь 2010 йыл, 9:05

Башҡортостанда 2011 йылда балалар баҡсалары төҙөлөшөнә 2,5 миллиард һум бүленәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Балалар баҡсаларында урындар етешмәү проблемаһын хәл итеү өсөн 2011 йылда республика ҡаҙнаһынан 2,5 миллиард һум бүленәсәк. Йәнле журнал уҡыусыларының береһенең һорауына яуап биреп, был турала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Конгресс-холда, шәмбелә, 20 ноябрҙә төбәк башлығының блогерҙар менән осрашыуы үтте.

Бынан тыш, Президент билдәләүенсә, мәктәпкәсә белем биреүҙе коллапстан сығарыуҙың башҡа юлдары ла тәҡдим ителә. Мәҫәлән, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары алдында балалар баҡсаларында урын етмәүҙе ғаиләләргә ике-өс мең һум күләмендә матди пособие түләү юлы менән компенсациялау бурысы тора. Был, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, бәләкәй ғаилә балалар баҡсаларын төҙөргә булышлыҡ итәсәк. Өсөнсө йүнәлеш – шәхси балалар баҡсаларына ярҙам итеү. Республика башлығы иҫәпләүенсә, уларҙа хаҡтарҙың юғары булыуына ҡарамаҫтан, бында айына яҡынса 10-12 мең һум түләргә, был сумманы түләй алырлыҡ кешеләр бар.

Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, алдағы өс йылда Башҡортостанда мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын төҙөүгә һәм уларҙы реконструкциялауға туғыҙ миллиард һум самаһы аҡса бүлеү планлаштырыла. Шулай итеп, балалар баҡсаһына сират тороусылар һанын 50 меңдән 30-35 меңгә тиклем кәметергә мөмкин буласаҡ.