Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген күтәреү программаһы эшләнде

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһында 2012 йылға тиклем бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген күтәреү программаһы проекты БР Финанс министрлығы коллегияһында ҡаралды. Программа Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан 2012 йылға тиклем осорға бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген күтәреү федераль программаһына ярашлы әҙерләнде.

Әлбиттә, бюджет финанс ресурстарының сикләнгән булыуы шарттарында бюджет средстволары менән идара итеүгә етди ҡараш, бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген күтәреү бурысы беренсе планға сыға.  

БР Финанс министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр республика тупланма бюджетының һөҙөмтәһеҙ сығымдары өлөшө 5 процент самаһы тәшкил итте.

Хөкүмәт программаһы сиктәрендә бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә бюджет мөнәсәбәттәренең яңы системаһына күсеү ҡарала. Бюджет средстволары һалыу һөҙөмтә килтерергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть