10 декабрь, Шәмбе

19 ноябрь 2010 йыл, 16:48

Башҡортостан ҡануниәтселәренең инициативаһы федераль кимәлдә ҡараласаҡ

автор: Сергей Захаров

Дәүләт Думаһы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы тарафынан закон сығарыу инициативаһы тәртибендә индерелгән «Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закон проектын ҡараясаҡ.

Бынан алда Дәүләт Думаһы Советы был мәсьәләне киләһе йылдың ғинуарына закон проекттары эше программаһына индереү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика депутаттары тәҡдим иткән проект ҡомарлы уйындар ойоштороу һәм үткәреү буйынса эшмәкәрлекте дәүләт көйләүе тураһында закондарҙы боҙған өсөн яуаплылыҡты билдәләүгә ҡағыла, тип хәбәр итә Башҡортостан парламенты матбуғат хеҙмәте.  

темалар: ҡануниәт