9 декабрь, Йома

19 ноябрь 2010 йыл, 15:33

Азат Йыһаншин Урал аръяғы төбәге ауыл хужалығы предприятиеларына юлланды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин Урал аръяғы төбәге буйлап эш сәфәренә сыҡты. Ейәнсура районында ул «Ергән» МТС бүлексәһенә булды. Министр һәм Ейәнсура районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин техниканы ҡышҡы һаҡлауға ҡуйыу менән танышты, был бүлексәнең һөтсөлөк фермаларына барҙы. Малсылыҡ объекттарында Азат Йыһаншин мал ҡышлатыу барышын баһаланы, мал аҙығы күләме, малдарҙы аҫрау һәм малсыларҙың эш шарттары менән ҡыҙыҡһынды.

Яңы Себенле ауылында Ауыл хужалығы министрлығы башлығы 1280 башҡа иҫәпләнгән һөтсөлөк мегафермаһы төҙөлөшөн ҡараны, 750 башҡа уның беренсе сираты тапшырыуға әҙер тиерлек. Объектта мал, ҡорамалдар килтереү, беренсе сиратты сафҡа индереү мәсьәләләре тикшерелде.

Бөгөн үк Азат Йыһаншин Йылайыр районы ауыл хужалығы предприятиеларына ла барасаҡ.