8 декабрь, Кесе йома

19 ноябрь 2010 йыл, 15:03

Франция инвестицияларын йәлеп итеү өсөн яңы импульс

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн Хөкүмәт Йортонда Башҡортостан Хөкүмәте менән Франция-Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Франция-Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы генераль директоры Павел Шинский ҡул ҡуйҙы.

— Бөгөнгө килешеүҙәр – Башҡортостан менән беҙҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлектең яңы тармағы, — тип аңлатма бирҙе ҡул ҡуйыуға Павел Шинский. — Беҙ артабан инвестициялар йәлеп итеү өсөн яңы импульс алдыҡ.

Француз инвесторҙары Башҡортостандың иҡтисади потенциалы менән яҡшы таныш, ә яңы килешеүҙәр төбәк баҙарына сит ил компанияларын йәлеп итеү “ҡағиҙәләрен” бер аҙ үҙгәртергә ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, республика етәкселеге ярҙамында яҡын араларҙа ИКЕА, "Ашан" һәм "Леруа Мерлен" сауҙа комплекстары файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Уларға француз инвестициялары ла һалынған.

— Химия тармағында ла хеҙмәттәшлек төҫмөрләнә, – тине Павел Шинский. –Башҡортостан Президенты инициативаһы менән Өфөлә майҙа Бөтә Рәсәй химия форумы үткәрергә планлаштырыла. Унда Салауат һәм Стәрлетамаҡ предприятиелары базаһында технопарктар төҙөү проекттары ҡараласаҡ.