Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә банк кассаһында ялған аҡсалар табылған

Йәмғиәт

Баш ҡала банкыларының береһендә аҡсаны ҡайтанан иҫәпләгәндә мең һумлыҡ утыҙ ялған купюра булыуы асыҡланды. 1997 йыл өлгөһөндәге бер үк серия банкноттары Башҡортостан Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистика үҙәгенә тикшереүгә тапшырылды, ә Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы оперативниктары быға ҡағылышлы кешеләрҙе эҙләүгә тотондо.

Ялған аҡсалар финанс учреждениеһына Өфөнөң Затон баҙарындағы сауҙа нөктәһе хужаһы шәхси эшҡыуарҙан килеүе асыҡланды. Ул, был банкноттар менән Силәбе өлкәһенән йөҙ-ҡиәфәттәре менән Кавказ халҡына оҡшаш ике кеше йәшелсәләр партияһы өсөн түләне, тип хәбәр итте. Хәҙер был мәғлүмәттәр тикшерелә, оперативниктар был алыпһатарҙарҙы эҙләй. Шулай уҡ башҡа версиялар ҙа ҡарала, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть