6 декабрь, Шишәмбе

19 ноябрь 2010 йыл, 13:25

Башҡортостан Президенты «ЮТэйр» авиакомпанияһы етәксеһе менән осрашты

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «ЮТэйр» авиакомпанияһының генераль директоры Андрей Мартиросов менән осрашты. Осрашыу барышында Башҡортостан Республикаһының «ЮТэйр» авиакомпанияһы менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрен үҫтереү мәсьәләләре, яҡындағы биш йылға ике яҡлы хеҙмәттәшлек программаһы тикшерелде.

Осрашыу ваҡытында Президент «ЮТэйр» авиакомпанияһын күптән белеүе, ҡайһы бер пилоттары менән шәхсән таныш булыуы, был компанияға ышаныуы һәм уның эшмәкәрлегенә ҙур ихтирам менән ҡарауы хаҡында әйтте.

«Республика өсөн Өфө авиацияһының ышаныслы темптар менән үҫешеүе мөһим», — тине Рөстәм Хәмитов.

Андрей Мартиросов авиакомпанияның Өфөләге эшмәкәрлеге нисек ҡоролоуы, уны артабан үҫтереү перспективалары хаҡында һөйләне.

— Башҡортостан – урындағы авиаташыуҙарҙы үҫтереү буйынса Рәсәйҙә алдынғыларҙың береһе, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Мартиросов. – Был бик мөһим йүнәлеш, беҙ уны үҫтереүгә ярҙам итәсәкбеҙ. Бөгөн Өфө бригадалары «ЮТэйр» рейстарын бөтә ил буйлап, шулай уҡ унан ситтә лә хеҙмәтләндерә. Берлектәге эшмәкәрлегебеҙҙе артабан киңәйтәсәкбеҙ һәм тәрәнәйтәсәкбеҙ.

«ЮТэйр-Өфө» директоры Дмитрий Торопов «ЮТэйр» авиакомпанияһы «Өфө» аэропортында 2003 йылдан эшләүе, ә 2006 йылда уның ярҙамсы предприятиеһы төҙөлөүе хаҡында хәбәр итте. Бөгөн Өфөнән бөтә йүнәлештәр буйынса авиаташыуҙарҙың 40 процентын «ЮТэйр» компанияһы атҡара. Уның планында Мюнхенға, Прагаға, Тель-Авивҡа рейстар асыу.