Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөнөң иң яҡшы участка милиционеры бүләккә автомобиль алды

Йәмғиәт

17 ноябрҙә милицияның участка хеҙмәткәрҙәре үҙ һөнәри байрамын билдәләне. Һөнәре буйынса иң яҡшы конкурсы ла ошо көнгә билдәләнгәйне. Быйыл беренсе урын һәм уға тейешле автомобиль Өфө буйынса Эске эштәр идаралығы 5-се милиция бүлегенең өлкән участковыйы милиция майоры Шамил Маликовҡа эләкте. Еңеүгә ул аҡрынлап һәм тайпылышһыҙ яҡынлашты: конкурста өс йыл элек ҡатнаша башланы һәм шунда уҡ өсөнсө урын яуланы. Былтыр икенсе урынға сыҡты, ә быйыл иһә пьедесталдың иң үренә күтәрелде.

Маликовтың эш урыны — баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы  милицияның 18-се участка пункты һәм дүрт мең кеше йәшәгән территория. Участковыйға кешеләр йышыраҡ ғаилә һәм йорт проблемаларын: ғауғасыларҙы һәм урамда шаулашҡан йәштәрҙе тынысландырыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. «Һәр осраҡта инандырыу менән эш итергә маташам», — тип һөйләй Маликов, — Ләкин әгәр бының ярҙам итмәҫен күрһәм, Законға таянырға тура килә».

— Үҙ участкамда мин барыһын да беләм, — тине Шамил Камил улы. — Күп кешеләр милиция эшенә аңлап ҡарай. Шулай ҙа, минең өсөн иң мөһиме — ғаиләлә аңлауҙары, беҙ, участковыйҙар, йыш ҡына өйгә йоҡларға ғына ҡайтабыҙ бит.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть