3 декабрь, Шәмбе

19 ноябрь 2010 йыл, 10:50

Мәктәп уҡыусыларына тимер юл транспортында йөрөүгә ташлама һаҡланасаҡ

автор: Любовь Колоколова

«Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте мәктәп уҡыусыларына алыҫ араға йөрөүсе поездарҙың плацкарт һәм дөйөм вагондарында юл йөрөүгә 2011 йылдың 1 ғинуарынан ташламаларҙы шул килеш ҡалдыра.

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат секретары Рөстәм Ғөбәйҙуллиндың хәбәр итеүенсә, кисәге көндән алып алыҫ араға йөрөүсе поездарға 2011 йылдың 1 ғинуарында ҡуҙғалыу датаһы менән билеттар һатыла башлаған.

«Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «ФПК» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлендек ойошмаһы) башланғыс дөйөм, төп дөйөм, урта (тулы) дөйөм белем биреү программаһы буйынса дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеларында көндөҙгө форма буйынса уҡыған уҡыусыларға «ФПК» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ил эсендә йөрөгән поездарында плацкарт һәм дөйөм вагондарҙа йөрөүгә билеттың тулы хаҡының 50 проценты күләмендә ташлама бирергә ҡарар иткән. Ташлама фирма поездарына һәм тиҙ йөрөүсе поездарға ҡағылмай.

50 процент ташлама менән юл йөрөү документтарын алыу өсөн билет кассаһына уҡыусылар белешмәһен күрһәтергә кәрәк буласаҡ.

Был положение РФ Хөкүмәтенең ҡарар ҡабул итеүенә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.