10 декабрь, Шәмбе

19 ноябрь 2010 йыл, 10:21

Алексей Миллер: Башҡортостанда Бөтә Рәсәй газ химияһы үҙәге төҙөлөүе ихтимал

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Кесе йома, 18 ноябрҙә, Өфөгә «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Идараһы рәйесе Алексей Миллер килде. Үҙ сәфәре сиктәрендә ул БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашып, уның менән республикала газотранспорт системаһын үҫтереү һәм төбәктә «Газпром»дың социаль сәйәсәте мәсьәләләрен тикшерҙе.

— Шуныһы ҡыуаныслы, Башҡортостан етәкселеге киләсәкте уйлап эш итә, — тип билдәләне Алексей Миллер. – Бөгөн беҙҙең республика Президенты менән эшлекле һөйләшеү булды, уның барышында төбәктең нефть химияһы тармағын үҫтереү стратегияһы билдәләнде. Атап әйткәндә, Башҡортостанда Бөтә Рәсәй газ химияһы үҙәген төҙөү мөмкинлеге тураһында һүҙ алып барылды.  

«Газпром» башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, республика яғыулыҡ-энергетика һәм нефть химияһы комплексы эшендә бай тәжрибәгә һәм традицияларға эйә. Ярашлы ресурстар һәм Башҡортостан етәкселегенең тармаҡтың бөтә мөһимлеген аңлап эш итеүе уның артабан үҫешенә өмөтләнергә ярҙам итә.

Алексей Миллер Салауат-Стәрлетамаҡ сәнәғәт үҙәгенә, айырыуса «Газпром»дың ярҙамсы йәмғиәте — «Салауатнефтеоргсинтез» (СНОС) асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә ҙур иғтибар бүлде. Һуңғы тапҡыр концерн башлығы Башҡортостанға бер йыл элек килеп киткәйне, ул саҡта Салауат предприятиеһында ла булды. 2009 йылда «Газпром» «СНОС» акционерҙар йәмғиәтенә үҙ программаһына ярашлы модернизация үткәреүгә 100 миллиард һум аҡса бүлде. Хәҙер «Салауатнефтеоргсинтез» заманса технологиялар нигеҙендә ғәмәлдәге производство ҡеүәттәрен модернизациялауҙы һәм яңыларын төҙөүҙе әүҙем үҫтерә. «Газпром» башлығы әйтеүенсә, «СНОС» акционерҙар йәмғиәте үҙ продукцияһы ассортиментын киңәйтеү һәм матди-техник базаһын камиллаштырыу өсөн яҡшы потенциалға эйә.

«Газпром» йәмғиәте Идараһы рәйесе, республикала газ үткәреүҙе финанслау арттырыласаҡ, тип хәбәр итте. Бынан тыш, «Газпром Трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеген юғары баһаланы.

Бөгөн Башҡортостан филиалы ҡарамағында 4700 километрҙан ашыу магистраль газ үткәргестәр, 12 газокомпрессор цехы һәм 148 газ бүлеү станцияһы. Быйыл 1 октябргә газ йөрөтөүҙең фактик күләме 67 миллиард кубометрҙан ашыу тәшкил итә. Республика ҡулланыусыларына 11,3 миллиард кубометр газ бирелгән.

«Газпром»дың Башҡортостандағы социаль сәйәсәтенә ҡағылышлы, Алексей Миллер, республика етәкселеге менән берлектә был йүнәлештә эш дауам иттереләсәк, тип билдәләне. Һуңғы биш йылда «Газпром Трансгаз Өфө» компанияһы тарафынан 45 мең квадрат метр дөйөм майҙан менән 13 заманса торлаҡ йорт һалынды. Быйыл Өфөлә һәм Ҡырмыҫҡалыла торлаҡ йорттар файҙаланыуға тапшырылды. 2005 йылдан алып предприятие хеҙмәткәрҙәренән 800-ҙән ашыу ғаилә үҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Был осорҙа торлаҡҡа мохтаж булыусылар һаны дүрт тапҡырға кәмене. Сиратта ҡалыусыларҙың эш стажы башлыса өс йылдан кәмерәк. Быйыл Арҡауылда һәм Ҡырмыҫҡалыла спорт комплекстары асылды. Бөтәһе 11 спорт-сәләмәтләндереү комплексы һәм 11 хоккей майҙансығы төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды.

— «Газпром – балаларға» программаһы сиктәрендә яңы спорт ҡоролмалары төҙөү газ тармағы хеҙмәткәрҙәре мәнфәғәтендә генә түгел, шулай уҡ бөтә республика халҡы ихтыяждарын иҫәпкә алып тормошҡа ашырыласаҡ, — тип билдәләне Алексей Миллер.