10 декабрь, Шәмбе

19 ноябрь 2010 йыл, 10:00

Өфө станцияһында халыҡ-ара поездарға билеттар һатып алырға мөмкин

автор: Любовь Колоколова

Өфө станцияһы тимер юл вокзалының халыҡ-ара кассаһында юғары тиҙлекле «Аллегро» поезына билеттар һатыла башланы. Был халыҡ-ара поезд 12 декабрҙә Санкт-Петербург менән Финляндияның баш ҡалаһы Хельсинки араһында йөрөй башлаясаҡ.

Тиҙ йөрөүсе «Аллегро» фирма поезы уңайлылығы менән айырыла. Пассажирҙар бында күтәреп ҡуйыла торған өҫтәл, индивидуаль яҡтылыҡ, мобиль телефондар һәм ноутбуктарҙың заряд ҡоролмаһын тоташтырыу өсөн розеткалар, өҫ кейемде ҡуйыу һәм аяҡтарҙы терәү өсөн урындар, гәзит һәм журналдар өсөн кеҫә менән йыһазландырылған уңайлы креслоларҙа урынлаша.  

Поезда алты урынлыҡ һөйләшеүҙәр салоны, сәй һәм кофе эсергә мөмкинлек биргән үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү зонаһы, балаларға уйын бүлмәһе бар.  Пассажирҙарға Wi-Fi интернетҡа тоташыу мөмкинлеге, гәзит-журналдар, шулай уҡ радиотапшырыуҙар тыңлау өсөн наушниктар бирелә.  

Юғары тиҙлекле «Аллегро» фирма поезы пассажирҙы Санкт-Петербургтан Финляндияның баш ҡалаһына  3 сәғәт 30 минуттан әҙ генә күберәк ваҡытта алып барып еткерә.

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат секретары Рөстәм Ғөбәйҙуллиндың хәбәр итеүенсә, бөгөн Өфө вокзалының халыҡ-ара кассаһында Берлинға (Германия), Харьковҡа, Одесса һәм Симферополь (Украина), Минск (Беларусь), шулай уҡ БДБ һәм Европаның башҡа илдәренә билеттар һатып алырға мөмкин.