3 декабрь, Шәмбе

19 ноябрь 2010 йыл, 9:25

Башҡортостан вәкилдәре «Лин-менеджмент – уңышлы бизнес гаранты» форумында ҡатнаша

автор: "Башинформ"

Кисә Йылабуғала «Лин-менеджмент — уңышлы бизнес гаранты» төбәк-ара форумы үҙенең эшен башланы, тип хәбәр итә «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы. «Төрлө өлкәләрҙә — сәнәғәттә, һаулыҡ һаҡлауҙа, мәғарифта, банк өлкәһендә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөштә "Һаҡсыл етештереү" инструменттарын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күрһәтеү» — шундай маҡсат ҡуйған ойоштороусылар.

Форум эшендә 300-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Был эшҡыуарҙар, сәнәғәт предприятиеларының, төҙөлөш һәм проект ойошмаларының етәкселәре һәм әйҙәүсе белгестәре, бәләкәй һәм урта бизнес, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф ойошмалары вәкилдәре, банк өлкәһе һәм территориаль сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре.  

Ҡатнашыусы төбәктәр араһында — Татарстан, Башҡортостан, Удмуртия, Сыуашстан, Мордовия, Һамар өлкәһе.

Бөгөн форум сиктәрендә «КамАЗ» һәм «ПО ЕлАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең производство майҙандарында, Йылабуғалағы поликлиникала һәм Туполев исемендәге Ҡазан дәүләт техник университетының Йылабуғалағы филиалында мастер-кластар үтәсәк.  

темалар: сәнәғәт