3 декабрь, Шәмбе

18 ноябрь 2010 йыл, 17:45

Өфөлә профессор Ураҡсин иҫтәлегенә ғилми конференция үтте

автор: Ольга Мортазина

Өфөлә, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында академик Зиннур Ураҡсин иҫтәлегенә ғилми конференция үтте. 5 ноябрҙә уға 75 йәш тулған булыр ине.

Форумда Башҡортостандың баш ҡалаһынан, Сибайҙан, Бөрөнән, Ырымбурҙан ғалим-филологтар ҡатнашты.  Йәмғеһе ете доклад уҡылды, тип хәбәр итте конференцияны ойоштороусы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Рәйсә Һаҙыева. Улар академик Ураҡсиндың күп яҡлы эшмәкәрлегенә ҡағылды.  

Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Марат Зәйнуллин менән Стәрлетамаҡтан филология фәндәре докторы Кәрим Ишбаев үҙҙәренең сығышын Ураҡсиндың тел ғилеме өлкәһендәге эшмәкәрлегенә арнаны.  

Ғалим Әхмәт Сөләймәнов һәм БР Яҙыусылар союзы рәйесе Рауил Бикбаев академиктың әҙәби хеҙмәттәрен анализланы — Ураҡсин бер нисә роман һәм повесть авторы.

Ҡатнашыусылар Зиннур Ғәзиз улын ҙур ғалим, яҙыусы, һәләтле ойоштороусы һәм уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ иҫкә алды: тел ғилеме өлкәһендә генә туҡталып ҡалмай, Ураҡсин Президент советында, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитетында ла һөҙөмтәле эшләне.