6 декабрь, Шишәмбе

18 ноябрь 2010 йыл, 17:01

Рөстәм Хәмитов: Федераль холдингылар менән мөнәсәбәттәр партнерлыҡ позицияларында ҡорола

автор: «Башинформ»

«Эксперт» журналының һуңғы һанында «Бизнес өсөн ыңғай сигналдар» тигән баш аҫтында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың интервьюһы баҫылған.

«Башҡортостанда яңы элиталар ойоштороу бара, һәм был президентты алмаштырыу менән генә бәйләнмәгән. Төп сәбәптәрҙең береһе — бында федераль холдингылар барлыҡҡа килеү, уның составына хәҙер республиканың иң ҙур предприятиелары инә, — тип яҙа «Эксперт» журналы. Республика башлығының улар менән мөнәсәбәттәре нисек төҙөлә һуң? «Эксперт»тың был һорауына яуап биреп, Рөстәм Хәмитов шулай тине:

— Республикала күптән түгел ҙур холдингылар эшләй башланы: «Система» АФК-һы, «Газпром», «Сибур», «Башҡортостан химияһы», Урал тау-металлургия компанияһы. Уларҙың килеүе — асыҡ һәм аңлайышлы тенденция. Шул уҡ ваҡытта төбәк етәкселеге алмашыныу — был улар өсөн дә яңы хәл. Мин бөтә был холдингылар етәкселәре менән осраштым. Һәм беҙ үҙ-ара конструктив хеҙмәттәшлек итеү, мөнәсәбәттәребеҙҙе үҫтерә барыу тураһында һөйләшеп килештек. Ҙур предприятиеларҙың бөтә етәкселәре лә һәм уларҙың милекселәре республиканың яңы етәкселеге менән үҙ-ара файҙалы шарттарҙа эшләргә әҙер булыуҙарын белдерҙе. Һәм беҙ бөгөн әлеге хәлде теркәп кенә ҡалмайбыҙ, шулай уҡ республика территорияһында был холдингларҙың бизнесын нисек итеп үҫтереү хаҡында уйлайбыҙ, — тип яуап бирә Рөстәм Хәмитов.

Мәҫәлән, «Система» менән мәғлүмәт технологиялары, элемтә өлкәһендә уларҙың эшмәкәрлеген үҫтереү, Башҡортостан территорияһында һаулыҡ һаҡлау объекттары һәм ял үҙәктәре төҙөү тураһында һөйләшеп килештек. Благовещен ҡалаһында урынлашҡан «Полиэф» комплексы хужаларының береһе – «Сибур» бизнес-инкубатор һәм бер үк ваҡытта технопарк төҙөй. Урал тау-металлургия компанияһы яңы шахталар төҙөлөшөн алып бара, уларға инвестициялар бер нисә миллиард һумдан ашып китә.

— Бөтә федераль холдингылар республикала спорт комплекстары, һаулыҡ һаҡлау объекттары, социаль-мәҙәни үҙәктәр төҙөү кеүек байтаҡ социаль мәсьәләләрҙе хәл итә. Шулай итеп, улар менән мөнәсәбәттәр партнерлыҡ позицияларында ҡорола, — тип һүҙен йомғаҡлай республика башлығы.