9 декабрь, Йома

18 ноябрь 2010 йыл, 16:25

Башҡортостанда грипп менән ауырымайҙар, әммә прививка яһаталар

автор: Ольга Мортазина

Бер аҙнала республика киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырыусы 12,3 мең кеше теркәлгән, тип хәбәр иттеләр республика буйынса Роспотребнадзор Идаралығынан. Уларҙың иң күп өлөшөн — 70% — 14 йәшкә тиклемге балалар тәшкил итә. Үткән аҙна менән сағыштырғанда ауырыусылар иҫәбе 12,6 процентҡа артҡан. Грипп осраҡтары теркәлмәгән.

Өфөлә киҫкен вируслы инфекция менән 3,7 мең кеше ауырыған, шуларҙың йәнә 72% — балалар. Ауырыу кимәле 35 процентҡа күтәрелгән, шулай ҙа эпидемия сигенән был кимәл 20 процентҡа түбәнерәк.  

Республика халҡының биштән бер өлөшөнән күберәге гриптан прививка эшләткән (21,4% йәки 866,3 мең кеше).