Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Ер мәсьәләһе хөкүмәт контролендә

Иҡтисад

2 — 3 декабрҙә Өфөлә «Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен үҫтереү һәм камиллаштырыуҙың төбәк проблемалары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. 18 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле бойороғона ҡул ҡуйылды.  

Документҡа ярашлы конференцияның ойоштороу комитеты булдырылды, уны Премьер-министр урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкләй. Форум үткәреү операторы итеп БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы билдәләнде.

Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, «Башҡортостан» телерадикомпанияһы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы конференцияны әҙерләү һәм үткәреү буйынса сараларға мәғлүмәти ярҙам күрһәтә. Бойороҡ үтәлешенә контроль республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына йөкмәтелде, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть