11 декабрь, Йәкшәмбе

18 ноябрь 2010 йыл, 15:43

Социаль страховкалау буйынса 6 миллиард һумдан ашыу пособиелар түләнде

автор: Ғәлиә Нәбиева

РФ Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһе бюджетының төп сығым өлөшөн (83%) социаль страховкалау буйынса пособиелар түләүгә сығымдар тәшкил итә. Был 6 миллиард 860 миллион һумдан ашыу. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 9 айҙағы сығымдар 8 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте, йәғни былтырғы ошо уҡ осорҙағынан 14 процентҡа күберәк. Социаль страховкалау фондынан пособиелар түләүҙә өҙөклөктәргә юл ҡуймау өсөн бер миллиард 100 миллион һумдан ашыу аҡса килде.

Әсәлек һәм балалыҡ менән бәйле сығымдар күләме һиҙелерлек артты. Хәҙер ул 60 процент, йәғни 4 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Белгестәр быны пособиелар күләме артыуы менән бәйләй.  

Ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек буйынса пособиелар түләүгә йыл башынан алып 2 миллиард 712 миллион һум аҡса йүнәлтелде.

Ултырышта производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ ауырыуҙарҙан мотлаҡ социаль страховкалауға айырым иғтибар бүленде. Мәҫәлән, элек зыян күргән хеҙмәткәрҙәрҙе страховка менән тәьмин итеүгә бүлексә 470 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтте. Был суммаға пособиелар түләү һәм зыян күреүселәрҙе реабилитациялау инде.