Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

«Йыл йәш юрисы» премияһы булдырылды

Йәмғиәт

Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһендә тағы бер бүлек барлыҡҡа килде. 17 ноябрҙә ойоштороу конференцияһы үткәрелде, унда Йәш юристар ассоциацияһына нигеҙ һалынды. Рәйесе итеп — Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты студенты Дим Булатов, аппарат етәксеһе итеп ошо уҡ вуз студенты Ринат Сафин һайланды. Был йыйылышта шулай уҡ «Йыл йәш юрисы» конкурсы булдырылды, ул 2011 йылда үткәреләсәк.

Билдәле булыуынса, бер аҙна элек Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе отчет-һайлау конференцияһында сығыш яһап, республика Президенты Башҡортостан юристары алдына ҡайһы бер бурыстар ҡуйҙы: йәштәрҙе йәмәғәт эшенә йәлеп итергә; юридик белем сифатын контролдә тоторға; арзан һәм бушлай юридик консультациялар селтәре, шул иҫәптән сайт булдырырға. Президент шулай уҡ үҙе ярҙам итергә вәғәҙә итеп, республикала дөйөм Рәсәй кимәлендәге сара — Йәш юристар форумы үткәрергә, республикала «Йыл юрисы» конкурсы булдырырға тәҡдим итте.

Шулай итеп, йәштәр ойошмаһы төҙөлдө һәм профессиональ конкурс булдырылды ла инде. Йыйылышта Йәштәр форумы проекты тикшерелде — документтар әҙерләү буйынса эште лә башлап ебәрҙеләр.

— Ойошма блогы һәм мәғлүмәт сайты әҙер тиерлек, — тип хәбәр итте Бүлексәнең яңы һайланған рәйесе Фәим Мөхәмәтшин. — Улар ошо көндәрҙә асыласаҡ.

2011 йылдың ғинуарынан граждандарға бушлай консультация биреү өсөн Күсмә үҙәк эшләй башлаясаҡ (юристар махсус автобус менән файҙаланасаҡ), йәмәғәт башланғысындағы юридик ҡабул итеү бүлмәләре асыласаҡ, унда ла кешеләр бушлай юридик ярҙам ала аласаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть