4 декабрь, Йәкшәмбе

18 ноябрь 2010 йыл, 11:30

Ноябрь аҙағында иң яҡшы торлаҡ йорт смотр-конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ноябрь аҙағында 2008-2009 йылдарҙа Башҡортостанда төҙөлгән иң яҡшы торлаҡ комплекстары, айырым йорттар һәм граждандар ҡоролмалары республика смотр-конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ.

Йыл һайын үткәрелгән был смотр-конкурстың төп бурысы булып үҙенең архитектура-планлаштырыу, конструктив ҡарарҙары, техник-иҡтисади һәм эксплуатация күрһәткестәре буйынса торлаҡ-граждандар төҙөлөшө өлкәһендә өлгө булып хеҙмәт итерлек иң яҡшы торлаҡ комплекстарын, бер төркөм һәм айырым торлаҡ йорттарҙы һәм граждандар ҡоролмаларын билдәләү тора.

Смотр-конкурста заказсылар, төҙөлөш һәм проект ойошмалары, шулай уҡ яңы төҙөлөш материалдары һәм конструкциялары етештереүҙе үҙләштергән завод-әҙерләүселәр ҡатнаша ала.

Республика конкурс комиссияһы ҡарары менән биналарҙың һәр төркөмө буйынса беренсе урын яулаған заказсылар, төҙөлөш һәм проект ойошмалары «Йылдың иң яҡшы объекты» өсөн дипломдары менән бүләкләнә.

Смотр-конкурста еңеүселәрҙе бүләкләү БР Дәүләт төҙөлөшө коллегияһы ултырышында үткәрелә.