4 декабрь, Йәкшәмбе

18 ноябрь 2010 йыл, 10:48

Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе табышы 8 миллиард һум тәшкил итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

РФ Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһенең быйылғы табышы 8 миллиард 170 миллион һум тәшкил итте. Шуның 3 миллиард 200 миллион һумдан ашыуы субвенциялар һәм федераль бюджет средстволары иҫәбенә килде. Республика территорияһында 4 миллиард 970 миллион һум йыйылды.

Был мәғлүмәттәр Фондтың төбәк бүлексәһе Координацион советының быйыл 9 айлыҡ йомғаҡтары буйынса ултырышында килтерелде.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был осорҙа төбәк бүлексәһендә 88 мең 600-ҙән ашыу страховкалатыусы теркәлде. Теркәлгән предприятиелар һаны 4 процентҡа артты.

— Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда страховка взностары йыйыу 12 процентҡа күтәрелеүгә ҡарамаҫтан, бюджеттың сығым өлөшө ярайһы уҡ артыу сәбәпле, бүлексә дотациялы булып ҡала, — тип хәбәр итте ултырышта төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов.