5 декабрь, Дүшәмбе

18 ноябрь 2010 йыл, 10:20

VI «Городская СРеДа» социаль реклама фестиваленең Гран-прийы «Уфанет» компанияһында

автор: Любовь Колоколова

VI «Городская СРеДа» социаль реклама фестивале Гран-прийы «Балалар — беҙҙең киләсәк» балалар байрамы сценарийы өсөн «Уфанет» компанияһына бирелде.

Еңеүсегә награданы  БР-ҙың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов тапшырҙы. Ул дөйөм алғанда фестивалгә һәм күргәҙмәгә ҡуйылған конкурс эштәре кимәленә юғары баһа бирҙе.

— «Городская СРеДа» социаль реклама фестивале республика сиктәренән сыҡты һәм төбәк-ара сараға әйләнде. Фестиваль идеяһы авторы Марат Ғәзизов хәҙер беҙҙең министрлыҡта эшләгәс, беҙ Башҡортостан Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының был проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашлығы мәсьәләһен ҡарарға әҙербеҙ. Социаль рекламаға ижади ҡарауҙары һәм күргәҙмәлә иң яҡшы эштәр менән танышыуға мөмкинлек өсөн фестивалде ойоштороусоларға рәхмәт, — тине еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында Борис Мелкоедов.