7 декабрь, Шаршамбы

18 ноябрь 2010 йыл, 10:20

Константин Цициндың Башҡортостанға сәфәре кисектерелә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Константин Цициндың 19-20 ноябргә планлаштырылған Башҡортостанға сәфәре кисектерелә. БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, "Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды" дәүләт корпорацияһы генераль директорының республикаға килеүе ике аҙнаға кисектерелә һәм ул декабрь башында көтөлә.  

Константин Цицин Башҡортостанға һуңғы тапҡыр июль айында килгәйне. Ул саҡта генераль директор етәкселегендә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондының эшсе төркөмө Өфөлә эконом-класлы аҙ ҡатлы йорттар етештереү буйынса төҙөлөп ятҡан заводта булғайны, шулай уҡ Завод урамында эксперименталь аҙ ҡатлы йорт төҙөү барышы менән танышҡайны.