8 декабрь, Кесе йома

18 ноябрь 2010 йыл, 9:35

Һунар миҙгелендә Башҡортостанда 2250 ҡабан ауларға рөхсәт ителгән

автор: Сергей Захаров

Башҡортостанда һунар биләмәләрендә ҡабан аулау буйынса өҫтәмә лимит билдәләнгән — 750 баш. Бындай ҡәтғи саралар хайуандар араһында африка тағуны вирусы таралыуына юл ҡуймау өсөн күрелә, сөнки ҡабандар был ҡурҡыныс ауырыуҙы таратыусы төп сығанаҡтарҙың береһе булып тора.  

Төбәк башлығы бойороғона ярашлы, республика буйынса быйылғы көҙгө-ҡышҡы һунар миҙгелендә ҡабан аулауҙың максималь лимиты 2250 баштан артмаҫҡа тейеш.

Һунарға рөхсәт алыуға йәрәбә 2 декабрҙә үткәреләсәк. Һунарсыларҙан ғариза республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында 26 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Белешмә өсөн: Башҡортостанда 10 меңдән ашыу ҡабан иҫәпләнә. Уларҙың иҫәбе ил буйынса иң юғарыларҙың береһе. Уҙған йылда ҡабан аулауға 1500-ҙән ашыу рөхсәт бирелгән. Улар буйынса һунарсылар 880-дән ашыу ҡабан алған, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының мабуғат хеҙмәте.

темалар: һунар