3 декабрь, Шәмбе

18 ноябрь 2010 йыл, 9:10

Рөстәм Хәмитов ҙур һөтсөлөк комплекстары төҙөү проекттарын хупланы

автор: "Башинформ"

17 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй һәм сит ил агросәнәғәт компаниялары вәкилдәре менән осрашыуында һөтсөлөк малсылығын үҫтереү перспективалары тикшерелде.

Рәсәй Һөтсөлөк союзы рәйесе Андрей Даниленко «Рус һөтсөлөк фермалары» компанияһы төркөмөнөң Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында 1500 баш һыйыр малына иҫәпләнгән ҙур һөтсөлөк комплексы төҙөү буйынса проекты тураһында һөйләне. Проектҡа инвестициялар күләме бер миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк. Объект 2012 йылға файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип планлаштырыла. Комплексҡа һөт әҙерләү, шулай уҡ уны тәүге эшкәртеү буйынса цехтар инәсәк. Әҙерләнгән һөт — һөт-консерва комбинаттарына эшкәртеүгә, ә сығарылған һөт продукттары Башҡортостан аҙыҡ-түлек баҙарына һәм унан ситкә оҙатыласаҡ.

Икенсе проектты Рөстәм Хәмитовҡа Венгрияның «Farm EXPORT» фирмаһы вәкилдәре тәҡдим итте, улар республиканың Балаҡатай районында һөтсөлөк фермаһы төҙөү буйынса берлектәге инвестиция проектын тормошҡа ашырырға планлаштыра. Проект 1500 баш һыйыр малына иҫәпләнгән. Әлеге ваҡытта комплексты төҙөү урыны һайлана һәм объектты финанслау графигы әҙерләнә.

Президент тәҡдим ителгән проекттарҙы хупланы һәм Башҡортостанда һөтсөлөк малсылығын үҫтереүҙе ауыл хужалығын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше тип атаны. Республика башлығы шулай уҡ инвесторҙарға төбәгебеҙҙә бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға вәғәҙә итте.