7 декабрь, Шаршамбы

17 ноябрь 2010 йыл, 17:45

Ғафури районы хакимиәте башлығы итеп Рәмил Бохаров тәғәйенләнде

автор: Марина Шумилова

17 ноябрҙә Ғафури районы муниципаль район Советы ултырышы үткәрелде. Унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Рәмил Бохаров тәғәйенләнде.

Рәмил Зәкәриә улы Бохаров 1954 йылда Ғафури районының Үтәк ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, хеҙмәт эшмәкәрлеген 1976 йылда Ғафури районының «Егән» колхозы баш инженеры булып башлай. 1986 йылдан 1989 йылға тиклем һәм 1990 – 1997 йылдарҙа ошо колхоздың рәйесе була. 1989 – 1990 йылдарҙа КПСС-тың Ғафури район комитетының икенсе секретары булып эшләй. Һуңғы йылдарҙа Рәмил Бохаров Стәрлетамаҡта эшләй. 1997 – 2008 йылдарҙа – «Каучук» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары, ә 2008 йылдан —  «Жилкомсервис» Идара итеүсе компанияһы муниципаль унитар предприятиеһы директоры.

Рәмил Бохаровты районда яҡшы беләләр, уны эш һөйөүсәнлеге, кешелеклелеге, әҙәплелеге өсөн ихтирам итәләр. Район Советы депутаттары, Рәмил Бохаровты район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләп, яҡташтарына яңы вазифаһында уңыштар теләне һәм тыуған яғында ыңғай үҙгәрештәргә өмөт белдерҙе.