11 декабрь, Йәкшәмбе

17 ноябрь 2010 йыл, 16:00

Башҡортостанда янғындарға бик йыш кеше факторы сәбәпсе

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Янғын инспекторҙары көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләнә: был ваҡытта янғындар сәбәбе бер аҙ икенсерәк — мейестәр дөрөҫ файҙаланылмай, электр селтәренә көсөргәнеш арта, тип хәбәр итте БР янғын күҙәтеүе буйынса баш дәүләт инспекторы Марат Латипов. Мәҫәлән, 2009 йылдың октябренән 2010 йылдың мартына тиклемге осорҙа Башҡортостанда 2620 янғын теркәлгән, уларҙа 230 кеше һәләк булған.  2000 янғын шәхси секторҙа булған.  646 янғын — мейескә ут яғыу арҡаһында, 600 самаһы янғын электр ҡорамалдары арҡаһында сыҡҡан.

Иң күп янғындар Учалы, Дүртөйлө, Баҡалы, Бүздәк, Йылайыр, Салауат, Стәрлебаш райондарында күҙәтелгән.

— Минең иҫәпләүемсә, иң төп сәбәп — кеше факторы, — тип белдерҙе Марат Латипов. — Мейес һәм электр ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланмау, ут менән һаҡһыҙ эш итеү – былар барыһы ла иғтибарһыҙлыҡтан, һиҙгерлекте юғалтыуҙан. Күрәһең, был райондарҙа профилактик эштәр тейешле кимәлдә алып барылмай, халыҡҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртергә оноталар. Ә янғын хәүефһеҙлеген пропагандалау муниципалитеттар хакимиәтенең иңендә.