Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан һалым керемдәре күләме буйынса округта өсөнсө урынды биләй

Иҡтисад

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында киңәйтелгән коллегия ултырышы үткәрелде, ул БР һалым органдарының туғыҙ айлыҡ эш йомғаҡтарына һәм йыл аҙағына тиклемге бурыстарына арналды.  

Коллегия барышында, Башҡортостан Волга буйы федераль округы субъекттары араһында керемдәр күләме буйынса өсөнсө урынды (Татарстан Республикаһынан һәм Һамар өлкәһенән ҡала) биләй, тип билдәләнде. Ул округ буйынса керемдәрҙең – 14 процентын, Рәсәй буйынса ике проценттан ашыуын тәьмин итә.

Туғыҙ айҙа республика территорияһында бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарға 120,6 миллиард һум һалым һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәр күсерелде. 2009 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда керемдәр күләме 17,1 процентҡа үҫте.  

Һалым һалыу объекттарын легалләштереү буйынса комиссияларҙа намыҫһыҙ һалым агенттары менән эш дауам иттерелә. Был комиссияларҙың эше һөҙөмтәһендә 2010 йыл башынан алып 1219 һалым түләүсенең эш хаҡын арттырыуға өлгәшелде.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть