Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

Тамперҙа Башҡортостандың ике гер күтәреүсеһе «алтын» яуланы

Йәмғиәт

Финляндияның Тамперында гер спорты буйынса донъя беренселеге һәм чемпионатында Башҡортостандың ике спортсыһы «алтын» яуланы.

Был турала БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Рәсим Исламғәлиев һәм Илшат Әхмәтханов «ике алыш» дисциплинаһында юғары наградалар алды (Рәсим –63 килограмға тиклем, Илшат — 68 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында).

Финляндияла үткән турнирҙа Рәсәй командаһынан тыш Литва, Латвия, Финляндия, Швеция, Хорватия, Украина, Ҡаҙағстан, Польша, Англия вәкилдәре ҡатнашты.

Рәсәйҙең юниорҙар йыйылма командаһы дөйөм команда иҫәбендә беренсе урын алды.

автор: Дмитрий Слезин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть