9 декабрь, Йома

17 ноябрь 2010 йыл, 15:23

Аграрийҙар техниканы сәсеү–2011-гә әҙерләй

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиеларының инженер хеҙмәттәре алдағы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә башланы. Стәрлетамаҡ районында «Стәрлетамаҡ Агротехсервисы»  асыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһында «Ауыл хужалығы техникаһын 2011 йылғы баҫыу эштәренә әҙерләү тураһында» республика семинар-кәңәшмәһе үтте.

Унда Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, муниципаль райондарҙың ауыл хужалығы идаралыҡтары (бүлектәре) начальниктары, ведомстволағы ойошмалар етәкселәре, Башҡорт дәүләт аграр университеты вәкилдәре ҡатнашты.

БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рөстәм Зәйнуллин, йыйылыусылар алдында сығыш яһап, 2010-2011 йылдың көҙгө-ҡышҡы осоронда ауыл хужалығы машиналарын ремонтлауҙы ойоштороу буйынса бурыстарҙы билдәләне. Ремонтлау эштәре үткәргәндә хеүефһеҙлек техникаһын ҡәтғи күҙәтергә кәрәк. Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов инженер хеҙмәте иғтибарын тап шуға йүнәлтте.  

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, семинарҙа ҡатнашыусыларға республиканың төп ремонт предприятиеларының, шул иҫәптән «Стәрлетамаҡ Агротехсервисы» акционерҙар йәмғиәтенең дә, эше тураһында видеоматериалдар күрһәтелде. Быйыл ун айҙа ғына 63 миллион һумдан ашыулыҡ эш күләме башҡарылған. Хеҙмәтләндереүҙәр исемлегендә – техниканы ремонтлау, ауыл хужалығы машиналары һәм сәнәғәт тәғәйенләнешендәге төрлө продукция етештереү. Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар «Стәрлетамаҡ Агротехсервисы» акционерҙар йәмғиәтенең производство базаһы һәм продукцияһы менән танышты.

Инженер хеҙмәте белгестәрен саҡырып, киләһе семинар-кәңәшмә 20 ноябрҙә Миәкә районында үтәсәк.