Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.91 ↑

EUR 69.68 ↑

27 июль, Кесе йома

Уфа   °

Мелиорация буйынса маҡсатлы программа әҙерләнә

Иҡтисад

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә Ауырғазы районындағы һыу үткәргестә, Әбйәлил һәм Өфө райондарындағы һуғарыу системаларында төҙөлөш эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта тамамларға, шулай уҡ Шишмә һәм Стәрлетамаҡ райондарында һуғарыу системалары төҙөү мәсьәләләрен хәл итергә йөкмәтте.  

Был объекттар муниципалитеттар өсөн мөһим социаль-иҡтисади әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, Ауырғазы һыу үткәргесен файҙаланыуға тапшырыу 17 тораҡ пункты халҡын эсәр һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк.

Төҙөлөш эштәрен тамамлау бөтә республикаға файҙа килтерәсәк. Был объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу Башҡортостанға 2011 һәм унан һуңғы йылдарҙа мелиорация буйынса федераль маҡсатлы программала ҡатнашыуға ярҙам итәсәк, тип хәбәр итә республика Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть