6 декабрь, Шишәмбе

17 ноябрь 2010 йыл, 12:23

Интернетта япон телендә Башҡортостан тураһында сайт барлыҡҡа киләсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ихтимал, тиҙҙән интернетта япон телендә Башҡортостан Республикаһы сайты барлыҡҡа килер. Был турала Башҡортостан делегацияһының IV Рәсәй-Япония инвестиция форумында ҡатнашыу өсөн барып ҡайтыуы йомғаҡтары буйынса кәңәшмәлә Премьер-министр урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов хәбәр итте.

— Азия иленә беҙҙең сәфәребеҙ Япония предприятиеларының Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеккә ҡыҙыҡһыныуын күрһәтте, — тине ул. – Ләкин улар менән хеҙмәттәшлек итеү – бер көнлөк эш түгел. Уларға республикабыҙ, иҡтисад һәм тәбиғәт потенциалыбыҙ тураһында ентекле мәғлүмәт кәрәк.

Шуның менән бәйле Илшат Тажетдинов, япон телендә Башҡортостан тураһында сайт бик урынлы һәм файҙалы булырға тейеш, тип билдәләй. Башҡортостандың Япониялағы рәсми вәкиле, БР Президенты советнигы Ришат Муллагилдиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, был сайтҡа һылтанма РФ-тың Япониялағы Илселеге һәм РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы порталында урынлаштырыласаҡ.